Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2024, 13:20

2024 йылда Башҡортостанда дүрт мең пилотһыҙ осоу аппараты етештереләсәк

Валерий Шахов, архив фотоһы
Фото: Валерий Шахов, архив фотоһы

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Өфө предприятиеһында урман янғындарын асыҡлай һәм боҙ тығындарын күҙәтә алған алты төр дрон етештереү яйға һалынған.

«Рәсәйҙең пилотһыҙ осоу аппараттары йылдан-йыл ҡеүәтлерәк һәм технологик яҡтан ныҡлыраҡ була бара. Шуларҙың ҡайһы берҙәре республикабыҙҙа етештерелә, бының менән ғорурланырға мөмкин», - тип яҙа Максим Забелин. 

Башҡортостанда БПЛА индустрияһының ниндәй бурыстарҙы хәл итеүе тураһында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-05/v-2024-godu-v-bashkirii-vypustyat-chetyre-tysyachi-bespilotnikov-3669786

Видео: Максим Забелиндың ТГ-каналы
Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас