Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең инвалид балалары йәки бала саҡтан инвалидтар икеләтә пенсия алырға мөмкин. Махсус хәрби операция буйынса эшсе төркөм Дәүләт Думаһына ошондай проект тәҡдим иткән. Әлеге көндә ул хөкүмәттең ыңғай һығымтаһын алған. Был хаҡта Федерация советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, махсус хәрби операция буйынса эшсе төркөм етәксеһе Андрей Турчак белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, бөгөн закон буйынса граждан бер генә пенсия алырға мөмкин, хатта уның бер нисә төрөнә нигеҙе булһа ла. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр, космонавтар, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата- әсәләре һәм тол ҡатындары һәм башҡа ҡайһы бер категориялар ғына бер юлы бер нисә пенсияға хоҡуҡлы.
«Беҙҙең закон проекты был исемлекте ата-әсәһенең береһе хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған инвалид балалар һәм бала саҡтан инвалидтар менән тулыландыра. Улар бер юлы инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия алырға мөмкин», — тип яҙа Турчак үҙенең телеграм-каналында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.