Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март , 10:35

Хөкүмәт герой-әсәләргә түләүҙәр өсөн өҫтәмә аҡса бүлде

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләр күбәйә. Шуға бәйле хөкүмәт герой-әсәләргә, шулай уҡ «Ата-әсәлек даны» ордены йәки ошо ордендың миҙалы менән бүләкләнгән ата-әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә өҫтәмә рәүештә 30 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә ҡарар итте. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ошо сумманан:

— 20 миллион һумы — герой-әсәләргә,

— 5,5 миллион һумы — «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнгәндәргә,

—  5,2 миллион һумы ошо ордендың миҙалы менән бүләкләнгәндәргә бүленә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-03/pravitelstvo-vydelilo-dopolnitelnoe-finansirovanie-na-vyplaty-materyam-geroinyam-3667080

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: