12:18 (UTC+5), 29 Февраля 2024

Радий Хәбиров «Именлек» геронтология үҙәгенең яңы корпусы тураһында һөйләне

Иван Вавилов

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөлә «Именлек» геронтология үҙәгенең яңы корпусы 45% әҙер булыуын хәбәр итте. Республика етәксеһе «Демография» милли проекты сиктәрендә Рәсәй Президенты ҡарары буйынса төҙөлөп ятҡан объектты төбәктә иң мөһимдәренең береһе тип билдәләне.

«Әле бинаның алғы яғында эштәр башланды. Был ҡарттар йорто ғына түгел, ә өлкән йәштәгеләр өсөн уңайлы пансионат. Бында медицина блогы, дауалау-хеҙмәт реабилитацияһы бүлексәләре өсөн дә урын табылыр. Проектта ҡышҡы баҡса, йәйге веранда, мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн лифт һәм бассейн күҙ уңында тотола», — тип яҙҙы ул.

Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостанда күптәр яңы корпусты бик көтә, сөнки барыһының да үҙ ҡартлығын яҡындары менән ҡаршы алырға мөмкинлеге юҡ.

«Ололарҙың ниндәй сәбәптәр менән ошондай социаль учреждениеларҙа йәшәргә мәжбүр булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең бурыс — улар өсөн һәйбәт, лайыҡлы шарттар булдырыу», — тип билдәләне республика Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-29/radiy-habirov-rasskazal-o-novom-korpuse-gerontologicheskogo-tsentra-imenlek-3662212

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика