

Саҡмағош районының Киндеркүл ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тыл эшсәне Әминә Хәйбрахманова 105 йәшен билдәләй. Йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән хакимиәт башлығы Реканс Ямалиев тәбрикләне.
«Яңы ғына бер быуатлыҡ юбилейында булғайным, биш йыл ғүмер үтеп тә киткән. Ул беҙҙе ныҡ көткән, ҡунаҡтар килеүенә ихлас ҡыуанды. Һәр кемдең һаулығы, тыныслыҡ, именлек өсөн доға ҡылды. Ошо йәшендә лә Әминә инәйҙең зиһене асыҡ, хәтере шәп», - тип яҙа район етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Әминә Ғиниәтулла ҡыҙы өлөшөнә һуғыш йылдары, һуғыштан һуң илде тергеҙеү осоро тура килә. Ул ғүмере буйына колхозда эшләй. Хәләл ефете менән алты бала тәрбиәләп үҫтергән, «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған. Юбиляр үҙенең тыуған көнөн өс балаһы, 15 ейән-ейәнсәре, 30 бүлә-бүләсәре һәм 8 тыуа-тыуасары менән ҡаршылай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Өфөлә Мария Чернованың 105 йәшен билдәләүе тураһында хәбәр иткәйне.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.