13:54 (UTC+5), 28 Февраля 2024

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү өсөн төп майҙансыҡтар билдәле булды

Фото: Олег Яровиков

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында баш ҡаланың 450 йыллығын билдәләү өсөн төп майҙансыҡтарҙы әйтте.

Улар — ҡала советы, «Ватан» этнопаркы һәм Өфө-Арена, ҡунаҡтар ҡатнашлығында рәсми саралар шунда ойошторола. Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, Өфөнөң юбилейын 31 августа билдәләргә йыйыналар.

«Байрам уңайынан ҡала халҡы«бүләктәр» ала башланы ла инде. Беҙ яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын, Өлфәт Мостафин исемендәге яңы Спорт әҙерлеге үҙәген, майҙаны 6,5 мең квадрат метрлыҡ ябыҡ футбол майҙанын астыҡ. 2023 йылда төҙөкләндереүгә ҡарағанда күберәк юл һалынған, 70 саҡрымдан ашыу тротуар түшәлгән. Күптән көтөлгән Зинин юл үткәргесен астылар. 45 мең тиерлек иҫке яҡтыртҡыс замансаһына алмаштырылды. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты буйынса Аксаков исемендәге баҡса һәм Альбанов скверы төҙөкләндерелде. Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркын Йылы күле янындағы биләмә яңыртылды. Үҙенсәлекле «Өфө муйынсағы» проекты һәм «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы үҫешенеүен дауам итә», — тип билдәләне ул.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-28/nazvany-glavnye-ploschadki-prazdnovaniya-450-letiya-ufy-3660702

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика