1 мартта, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, Өфөлә һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһала. Финал «Башҡортостан» дәүләт концерт залында көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар ошо турала һөйләне.
Конкурс муниципаль, төбәк һәм Бөтә Рәсәй этаптарында үтте. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителде. Финалға Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән һәм Удмуртиянан делегациялар килә.
Конкурсты ойоштороусы — Башҡортостандың Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һүҙҙәренсә, еңеүселәргә 30 кубок тапшырыла. «Милләт әсәһе», «Лидер», «Мәҙәниәт», «Медицина хеҙмәткәре», «Ғалимә», «Уҡытыусы», «Бизнес-леди», «Оҫтабикә», «Көмөш ирекмән», «Йәштәр лидеры» номинацияларында өсәр лауреат билдәләнә. Иң йәш ҡатнашыусыға — 18, ә иң тәжрибәлеһенә — 93 йәш. «Көмөш ирекмән» номинацияһы бик популяр.
- Был конкурста беҙ тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәтенә тос өлөш индергән, республика халыҡтарының туған телен, мәҙәниәтен пропагандалаған ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтөнлөк бирҙек. Бөтә Рәсәй статусын алғас, ҡатын-ҡыҙҙарҙы милләте, конфессияһы буйынса айырып ҡараманыҡ, барлыҡ милләт вәкилдәре лә ҡатнаша башланы. Улар үҙ төбәктәрендә Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм телдәрен һаҡлау йәһәтенән ҙур эш алып бара. Пандемия ваҡытында эшкә әүҙем ҡушылған ҡатын-ҡыҙҙарға — табиптарға, ирекмәндәргә өҫтөнлөк бирҙек. Махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙ өсөн гуманитар миссияға әүҙем ҡушылғандар менән эш алып барабыҙ. Былтыр беҙ илһөйәрҙәр тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйҙыҡ. Быйыл да был тема төп урынды биләй, — ти Гөлнур Ҡолһарина.
«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсының финалында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм Рәсәй геройҙарын тәрбиәләгән әсәләр; Донбасс халҡына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусылар; махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ-үҙен аямай эшләгән табиптар ҡатнаша. Рәсәй Геройҙарының әсәләре һәм тол ҡатындары ла сәхнәгә сыға.
Сара барышында күргәҙмәләр, граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола, ортопедик ойошмалар, реабилитация үҙәктәре үҙ продукцияһын тәҡдим итә; махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләренә, ҡатындарына, тол ҡатындарына медицина ярҙамы күрһәтелә. Шулай уҡ халыҡ дауалаусылары мәктәбендә, дини ойошмалар вәкилдәре— руханиҙар, имамдар менән кәңәшләшергә мөмкин. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан күсмә гүзәллек салондарында матурланып алырға ла була.
Финалда 17 ҡатын-ҡыҙға Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалдары тапшырыла.
Конкурсты ойоштороусылар — «Ватанды һаҡлаусылар» фонды булышлығында Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы», Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто.