Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2024, 10:01

Өфө – Ырымбур трассаһында рейдтар бара

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Бөгөн, 22 февралдә, Өфө – Ырымбур трассаһында тикшереүҙәр бара, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов. Дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте экипаждары һәм техник күҙәтеү хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыҡты. Пассажирҙар йөрөтөү – махсус иғтибар үҙәгендә.

«Башинформ» 22 февралдә республика юлдарында «Эскән водитель» операцияһы башланыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-22/na-trasse-ufa-orenburg-prohodyat-massovye-reydy-3653625

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас