Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль , 13:16

Республикала енәйәтселек кимәле — Рәсәйҙә иң түбәндәрҙең береһе булып ҡала

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Башҡортостанда енәйәтселек кимәле Волга буйы федераль округында ла, ғөмүмән, Рәсәй буйынса алғанда ла иң түбәндәрҙең береһе булып ҡала. Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Прядко Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында сығыш яһағанда йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа енәйәтселектең кәмеүе хаҡында белдерҙе (2022 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 20% һәм 17%).

2023 йылда һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, урлашыу осраҡтары, урамда, рецидив һәм көнкүреш енәйәтселеге кәмегән. 25 меңдән ашыу, шул иҫәптән 5,5 меңдән ашыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт эше тикшерелгән.

Полицейскийҙар 10 ойошҡан енәйәтсел төркөмдөң эшмәкәрлеген туҡтатҡан, тип билдәләне министр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-21/uroven-prestupnosti-v-bashkirii-ostaetsya-odnim-iz-samyh-nizkih-v-pfo-i-po-rossii-3652283

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: