06:49 (UTC+5), 20 Февраля 2024

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөн нисек билдәләйҙәр

Ләйлә Аралбаева

23 февралдә Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә рәсми, мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.

Февраль айында барлыҡ мәғариф, йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында тематик конкурстар, күргәҙмәләр, викториналар, концерттар, музыка кисәләре, лекторийҙар, әңгәмәләр, батырлыҡ дәрестәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуҙар ойошторолдо. Шулай уҡ «Геройҙарыбыҙҙы онотмайбыҙ», «Шәхсән рәхмәт әйт», «Геройҙарға хат», «Тыуған ҡосаҡ» илһөйәрлек акциялары уҙғарыла.

Район майҙансыҡтарында «Ватанды һаҡлаусылар» авточелендждар була. 22 февралдә өфөләр машиналары менән йондоҙ һәм «23» һаны, «Z» хәрефе формаһында теҙелеп, акцияла ҡатнашырға мөмкин.

23 февралдә Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа һәм Совет майҙанындағы генерал Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы көтөлә. Сарала хәрби хәрәкәттәр ветерандары, власть органдары етәкселәре, юғары уҡыу йорттары курсанттары, кадет кластары тәрбиәләнеүселәре, ветеран ойошмалары ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-20/kak-v-ufe-otmetyat-den-zaschitnika-otechestva-3650728

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика