Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2024, 17:12

Башҡортостан Башлығы яҡташ яугирҙәребеҙгә генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

20 февралдә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләне.

Башҡортостан яугирҙәре был наградаға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн лайыҡ булды.

Республика етәксеһе яҡташтарыбыҙға лайыҡлы хеҙмәт итеп, ҡуйылған бурыстарҙы үтәп, имен-һау өйгә ҡайтыуҙарын теләне.

— Беҙ алғы һыҙыҡта көрәшкән ир-егеттәргә ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ, — тине Радий Хәбиров. — Хәрби бурысығыҙҙы үтәгеҙ һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Ә республика һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һәр саҡ ярҙам итер.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-02-20/radiy-habirov-vruchil-voennosluzhaschim-iz-bashkirii-medali-generala-shaymuratova-3651320

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас