Башҡортостанда «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттар фестивале йыл һайын халыҡ-ара статуста уҙғарыла. Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2024 йылдың 16 февралендә ҡул ҡуйылған тейешле указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Фестиваль республикабыҙҙа йылҡысылыҡ, ҡымыҙ бешеү, халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар иҫәбен арттырыу һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Үткәреү урыны — Баймаҡ районы.
Документҡа ярашлы, фестивалгә әҙерлек һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған. Ойоштороу комитетына йыл һайын 1 июнгә тиклем фестивалгә әҙерлек планын раҫлау бурысы йөкмәтелгән.
Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы райондары хакимиәттәренә һәм Сибай хакимиәтенә фестивалде ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителгән. Фестиваль өсөн Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов яуаплы.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 2023 йылдың 11-13 авгусында Граф күле буйында үткән «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале тураһында яҙып сыҡҡайны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.