Рәсәй мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау байрамы һәм сығарылыш кисәләренең көнө иғлан ителде.
Илдең мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итеүенсә, 2024 йылда һуңғы ҡыңғырау 24 һәм 25 майҙа яңғырай, ә сығарылыш кисәләре 28 һәм 29 июндә була.
Хәбәр иткәнебеҙсә, 20 февралдә республикала юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы буйынса брифинг уҙғарыла.