14:11 (UTC+5), 19 Февраля 2024

Өфөлә Волга буйы федераль округының студент отрядтары слеты була

Фото: Олег Яровиков

2024 йылдың октябрендә Башҡортостандың баш ҡалаһында Волга буйы федераль округының студенттар отрядтары слеты була. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документтың тексы республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Өфөләге слет Рәсәй студент отрядтары хәрәкәтенең 65 йыллығына һәм «Рәсәй студент отрядтары» ойошмаһының 20 йыллығына арнала.

«Волга буйы федераль округының Студент отрядтары слетына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетын булдырырға», — тиелә республика етәксеһе бойороғонда.

Республика хөкүмәтенә Өфөлә Волга буйы федераль округының студент отрядтары слетын үткәреүгә бәйле сығымдарҙы финанслауҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.

Башинформ хәбәр иткәнсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 10 юғары уҡыу йорто (һигеҙ дәүләт һәм ике дәүләткә ҡарамаған), шулай уҡ вуздарҙың 17 филиалы юғары белемле белгестәр әҙерләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-19/v-bashkirii-sostoitsya-slyot-studencheskih-otryadov-pfo-3649333

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика