07:51 (UTC+5), 16 Февраля 2024

Радий Хәбиров һәм Михаил Волков республикала 35 почта бүлексәһен асты  

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан – почта бүлексәләре һаны буйынса Рәсәйҙең иң ҙур төбәге (1236 бүлексә бар). Шуларҙың 80% ауыл ерендә эшләй. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй почтаһының генераль директоры Михаил Волков Республикаға идара итеү үҙәгенән ВКС режимында 2023 йылда федераль программа сиктәрендә ремонтланған 35 почта бүлексәһен асыу тантанаһында ҡатнашты. 2022 йылда 20 почта бүлексәһе яңыртылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин 2025 йылға тиклем ауыл ерендә урынлашҡан почта бүлексәләрен яңыртырға һәм тейешле хәлгә килтерергә ҡушҡайны.              

«Республика өсөн был – мөһим ваҡиға, беҙҙә халыҡтың күпселеге ауылда йәшәй. Унда кешеләр почта хеҙмәттәренә мохтаж. Президентҡа ошондай программа өсөн рәхмәт. Быйыл да ошо эште дауам итәбеҙ. Почта хеҙмәткәрҙәренә эштәре өсөн рәхмәт белдерәм», - тине Радий Хәбиров.

Рәсәй почтаһының генераль директоры хеҙмәттәштәрен яңы бүлексәләр асылыуы менән ҡотланы.

«Ауыл халҡына яңы уңайлы шарттар булдырыла. Был Рәсәй Президентының туранан-тура йөкләмәһен уңышлы үтәүҙең оло һөҙөмтәһе булып тора. Республика етәкселегенә лә ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт. Республика йылдам үҫешә, социаль объекттарҙың нисек төҙөлөүен, инфраструктураның үҫешеүен күрәбеҙ. Был үҫештең бер өлөшө булыуыбыҙға шатбыҙ. Ауылда почта - социаль инфраструктураның мөһим өлөшө», - тип билдәләне Михаил Волков.

2022-2023 йылдарҙа республиканың ауыл почта бүлексәләрен яңыртыуға «Рәсәй почтаһы» акционерҙар йәмғиәте инвестицияларының дөйөм суммаһы 238 миллион һум тәшкил иткән. Әлеге бүлексәләрҙә йәмғеһе 147 956 кеше хеҙмәтләндерелә. Шунда эшләгән 220-нән ашыу хеҙмәткәр эш шарттарын яҡшыртҡан.

2024 йылда 21 почта бүлексәһен яңыртыу күҙаллана. Инвестицияларҙың яҡынса күләме 218 миллион һум булыр тип көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-16/radiy-habirov-i-mihail-volkov-otkryli-35-otdeleniy-pochtovoy-svyazi-v-bashkirii-3646340

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика