Октябрьскийҙан махсус операция яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған. Ҡыҙ үҙенең ризалығын белдергән. Республика менән идара итеү үҙәгенең ҡала мэрияһына һылтанып хәбәр итеүенсә, йәштәр ғинуар аҙағында өйләнешкән.
Билдәле булыуынса, «Пушистик» позывнойлы һалдат махсус хәрби операцияла контракт буйынса ҡатнаша. Быға тиклем ул радиация, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ул ағаһы артынан фронтҡа киткән.
«Һөйгәнемде хәрби рух менән оҙатам. Иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтһын!» - ти яҡташыбыҙҙың хәләл ефете.
«Тиҙҙән дошманды еңеп, өйгә ҡайтырбыҙ тип уйлайым. Сөнки өйҙә беҙҙе яҡындарыбыҙ — беҙҙең төп терәгебеҙ, өмөтөбөҙ һәм ышанысыбыҙ, ышаныслы тылыбыҙ көтә», — тип иҫәпләй яугир.