
Башҡортостанда Владимир Путиндың тәҡдиме менән башланған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эштәре 2024 йылдың 1 майынан башлана. 1 апрелгә сауҙалашыуҙар тамамланырға тейеш. Республика етәксеһе үҙенең телеграм-каналында ошо хаҡта белдерҙе.
Быйыл 123 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла, 67 объект – ҡалаларҙа, 56-һы иһә ауылдарҙа, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. Барлыҡ проекттарҙы ла халыҡ былтыр яҙ көнө онлайн-тауыш биреү ярҙамында һайланы.
Ҡайһы бер парктар һәм скверҙар тулыһынса яңыртыла. Өфөнөң Урмансылар паркын күләмле реконструкция көтә. Биләмәләрҙең бер өлөшөндә төҙөкләндереү эштәре алдан уҡ башланғайны. Мәҫәлән, Мәләүездә быйыл «Дан» мәҙәниәт һәм ял паркында эштәр дауам итә.
«Мин республика буйлап күп йөрөйөм, сағыштырырлыҡ нәмәләр бар. Беҙҙең ҡалалар һәм ауылдар үҙгәрә, яңы парктар, аллеялар, скверҙар барлыҡҡа килә, халыҡтың яратҡан ял урындары күркәмләнә. Һуңғы биш йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса Башҡортостанда 683 объектты төҙөкләндерҙек. Проект өсөн бүленгән 7 миллиард һумдың 91% – федераль бюджеттан. Ә был карточкаларҙа – быйыл ғәмәлгә ашырылырға тейешле проекттар. Минеңсә, бик шәп», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.