Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.37
+0.49
91.77
+0.65
68.99
-0.22
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2024, 10:28

Республикала көндәрҙең -34° тиклем һыуытыуы фаразлана

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Синоптиктар фаразлауынса, шишәмбе, 13 февралдә, көндөҙ ҡар, урыны менән көслө ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -2, -7°.

Шаршамбы, 14 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Төндә -20, -25°, көньяҡта -10, -15°, көндөҙ -11, -16°, көньяҡта -6°.

Кесаҙна, 15 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -20, -25°, урыны менән -29, -34°, көндөҙ -19, -24°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-13/v-bashkirii-prognoziruetsya-poholodanie-do-34-gradusov-3641074

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: