Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль , 14:20

Башҡортостанда республика киң мәғлүмәт сараларының 2023 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Бөгөн, 9 февралдә, Өфөлә республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының киңәйтелгән коллегияһы бара. Сарала ведомство етәксеһе Максим Ульчев, шулай уҡ тармаҡтың төп предприятиелары — «Башҡортостан Республикаһы» медиахолдингы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, Башҡортостан «Китап» нәшриәте һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы етәкселәре ҡатнаша.

Коллегияға шулай уҡ республика хөкүмәте аппараты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Марина Долич, Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Александр Секнин, «Рәсәй почтаһы» вәкиле һәм башҡалар саҡырылған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне. Ул дәүләт бурыстарын тормошҡа ашырыуҙа медиаөлкәнең әһәмиәтен билдәләне.

«Былтыр журналистарыбыҙҙың күбеһе махсус хәрби операция барып ҡайтты һәм ундағы хәл-ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Хәҙер беҙ туранан-тура объектив мәғлүмәт алабыҙ, был ҙур әһәмиәткә эйә. Уҙған йыл төрлө ваҡиғаларға бай булды, әммә яңы йылды ла ҡыҙыу башлайбыҙ. Март айында ил президентын һайлау була, ә сентябрҙә республика етәксеһен һайларға кәрәк», - тип иҫкә төшөрҙө Урал Килсенбаев һәм барыһына ла уңышлы эш теләне.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев үҙ сығышында республика киң мәғлүмәт саралары эшенә йомғаҡ яһаны, уҙған йылдың иң сағыу ваҡиғаларын һәм уңыштарын билдәләне, тармаҡ өсөн ағымдағы йылға стратегик бурыстар ҡуйҙы.

«2023 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең медианың йоғонтоһо артты тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Беҙҙең киң мәғлүмәт саралары аудиторияһын киңәйтә. Бер нисә районда гәзиттәрҙең төркөмдәре төп ышаныслы мәғлүмәт сығанағына әүерелде. «Абзелил», «Янаульские зори», «Благоварские вести», «На земле Салавата», «Туймазинский вестник», «Кугарчинские вести», «Аургазинский вестник», «Кармаскалинская новь» гәзиттәре редакцияларын билдәләп үтергә теләйем», - тине Максим Ульчев.

Икенсе йыл рәттән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Рәсәй төбәктәренең мотлаҡ дөйөм ҡулланыштағы телеканалдары араһында телевизион ҡарау өлөшө буйынса беренсе урынды биләй. 2023 йылда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостандың күп тапҡыр өҙөмтә килтерелгән интернет-ресурсы булды.

«Республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр Башҡортостан Башлығы гранттары фондында киң мәғлүмәт саралары проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар бар — 50 миллион һум, Башҡортостан Башлығының 300 мең һумлыҡ «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» тигән 20 журналист премияһы булдырылды, Шәһит Хоҙайбирҙин премияһының күләме 500 мең һумға еткерелде. Шулай уҡ тарихта тәүге тапҡыр Радий Хәбиров Сочиҙа Журналистар союзы фестивалендә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары делегацияһын етәкләне — был саралар медианы үҫтереү өсөн этәргес булыр тип ышанабыҙ», — тине Ульчев.

Максим Ульчев әйтеүенсә, 2024 йылда Башҡортостанда «Рәсәй — Ҡаҙағстан», «Рәсәй — спорт державаһы» һәм башҡа халыҡ-ара форумдар ойошторола.

«Беҙҙе Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы, шулай уҡ Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы менән бәйле саралар көтә. Ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы башҡарып сығырбыҙ тип ышанам», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-09/v-bashkirii-podveli-itogi-raboty-smi-respubliki-za-2023-god-3636835

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: