
Башҡортостан «Бөтә ғаилә менән» проекты еңеүселәре буйынса Рәсәйҙең биш төбәге иҫәбенә инде. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында «Алға-Патриот» спорт-патриотик үҙәге етәксеһе Ринат Хәбиров һөйләне.
Эфир ҡунағы әйтеүенсә, республикабыҙҙан 209 кеше финалға сыҡҡан. Шулай уҡ Краснодар һәм Красноярск крайы, Ульяновск өлкәһе һәм Карелия — лидерҙар рәтендә.
Бынан тыш, Башҡортостан конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса өсөнсө урынды биләй, тип өҫтәне спикер.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Бөтә ғаилә менән» проектында ҡатнашыусылар аҙнаһына бер тапҡыр ғаилә менән төрлө эштәр башҡара (мәҫәлән, бергәләп киске аш әҙерләй, музейға бара, спорт менән шөғөлләнә).
Проектта ҡатнашыу өсөн проекттың төркөмөнә яҙылырға, һылтанма буйынса теркәлергә, эште башҡарырға һәм #всейсемьей #всейсемьей02 хештегтары менән фото һалырға кәрәк.
Иң әүҙем ғаиләләр Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр оторға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.