
Президент указы буйынса 2024 йылда Рәсәйҙә илдең фәнни-технологик үҫеш өҫтөнлөктәрен ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ғилми тикшеренеүҙәр алып барған аспиранттар һәм адъюнкттар өсөн стипендиялар булдырыла. Стипендия тәғәйенләү һәм түләү тәртибе тураһындағы ҡарарға хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Документтан күренеүенсә, стипендиялар, көндөҙгө уҡыу ваҡытына ҡарап, йыл һайын конкурс һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса 1 йылдан 4 йылға тиклем бирелә. Һәр береһенең күләме — айына 75 мең һум. Түләүҙәр федераль бюджеттан финанслана.
Стипендия алыу өсөн кандидаттарҙы уларҙың ғилми етәкселәре күрһәтергә, ә стипендиаттар тураһында ҡарарҙы конкурс һайлап алыуы һөҙөмтәләре буйынса Стипендия тәғәйенләү һәм түләү мәсьәләләре буйынса совет ҡабул итергә тейеш.
«Ошо сара талантлы йәш ғалимдарға ярҙам итергә, уларға һәләттәрен, һөнәри ҡаҙаныштарын күрһәтергә мөмкинлек бирер һәм тағы ла күберәк асыштар сәнәғәттә, микроэлектроникала, медицинала һәм башҡа мөһим йүнәлештәрҙә киң ҡулланыу табыр тип ышанабыҙ», — тип билдәләне Михаил Мишустин 8 февралдә уҙған хөкүмәт ултырышында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.