Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2024, 14:24

Әбйәлилдә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте

Әбйәлил районының Яҡтыкүл ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел звеноһын яңыртыу буйынса программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡҡа планға ярашлы һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бинаға коммуникациялар, һалҡын һәм эҫе һыу, электр уты үткәрелгән. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, санузел, гардероб бар.

«Заманса пунктта 300-гә яҡын кеше йәшәгән Яҡтыкүл ауылы халҡына беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтелә. Урындағы халыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын түҙемһеҙләнеп көттө. Хәҙер улар бында диспансеризация, вакцинация үтеп, уңайлы шарттарҙа беренсел медик-санитар ярҙамға иҫәп тота ала», — тип билдәләне Асҡар дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.

Башинформ хәбәр иткәнсә, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр һәм Үткәл ауылдарында ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ эшен башланы.

Милли проект Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2024-02-08/v-abzelilovskom-rayone-bashkirii-zarabotal-novyy-fap-3635594

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас