Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы бүлегенең Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһе етәксеһе вазифаһына полицияның өлкән лейтенанты Илфир Закиров тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Прядко ҡул ҡуйған.
Илфир Ансаф улы 1980 йылдың 19 октябрендә Борай районының Иҫке Таҙлар ауылында тыуған. Эске эштәр органдарында 2013 йылда эшләй башлай. Тәғәйенләнгәнгә тиклем — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Борай районы буйынса бүлегенең дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторы
Рәсәй Эске эштәр министрлығының 3-сө дәрәжә «Хеҙмәттә күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Өйләнгән, бер ҡыҙ тәрбиәләй, тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.