08:04 (UTC+5), 07 Февраля 2024

Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды

Фото: Олег Яровиков
Ләйсән Закирова

Өфөлә тантаналы рәүештә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды. Ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм республика хөкүмәте биналары араһында ҡуйылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Татарстан рәйесе Рөстәм Миңлеханов һәм тәүге президенттың хәләл ефете Луиза Рәхимова ҡатнашты.

Һәйкәлде шул уҡ скульптор, Совет майҙанындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков эшләгән.

Радий Хәбиров үҙ сығышында Мортаза Ғөбәйҙулла улының бар ғүмерен республикаға һәм уның халҡына хеҙмәт итеүгә арнауын билдәләне. Беренсе президентҡа ил тарихындағы иң ҡатмарлы осорҙа Башҡортостан менән идара итергә тура килде. Тап уның көсө, тәжрибәһе һәм һөнәри оҫталығы менән республика ябай булмаған һынауҙарҙы лайыҡлы үтте.

«Ошо һәйкәл тураһында ҡарар ҡабул иткәс, беҙ уның Мортаза Ғөбәйҙулла улын юғары дәрәжәле чиновник итеп кенә түгел, ә иң элек Тыуған илен ихлас яратҡан кеше итеп күрһәтеүен теләнек. Хис-тойғолар, ҡапма-ҡаршылыҡтар менән тулы кеше. Ләкин, иң мөһиме, үҙ халҡына фиҙакәр хеҙмәт иткән кеше итеп. Әлеге идея нисек барлыҡҡа килде һуң. Был Мортаза Ғөбәйҙулла улының характерын күрһәтә. 2003 йыл, һайлау кампанияһы бара. Мин уның янына килдем дә: «Һеҙҙе фотоға төшөрөргә ине, агитация материалдары өсөн фотоғыҙ юҡ», - тинем. Ул миңә: «Бар, ҡамасаулама, төшмәйем», - тине. Шулай ҙа мин уны күндерҙем, һәм ул ризалашты. Фотограф саҡырҙым. «Бер сәғәт ваҡыт кәрәк», - тинем. Ул миңә: «Һинең биш минутың бар", - тине. Бына ошо фотоһүрәт, минеңсә, бөтә ғүмерен хеҙмәткә арнаған кешене бик яҡшы сағылдыра», - тине республика етәксеһе.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың тормош иптәше Луиза Ғәлим ҡыҙына тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтте, республика өсөн мөһим ваҡиғала ҡатнашҡан абруйлы ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы беренсе президенттың хәтерен мәңгеләштереү буйынса планлаштырылған сараларҙың барыһы ла тормошҡа ашырыласағын вәғәҙәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 7 февралдә, Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа 90 йәш тулыр ине.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-07/v-ufe-otkryli-pamyatnik-pervomu-prezidentu-bashkirii-murtaze-rahimovu-3633878

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика