Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль , 11:35

Башҡортостанда балаһы булған студент ғаиләләренә пособиены арттырырға тәҡдим итәләр

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова балаһы тәрбиәләг студент ғаиләләре өсөн айлыҡ пособиены арттырыу пландары хаҡында һөйләне.

«Пособие 250 һум  тәшкил итә. Шуға күпселек ғаиләләр уны юлларға тырышмай. Әле 30 ғаиләгә генә ошондай пособие түләнә. Беҙ пособиены кәмендә 10 тапҡырға, айына 2,5 мең һумға тиклем арттырырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаныҡ. Хәҙер шуның өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ», - тип хәбәр итте министр.

Бынан алдараҡ «Башнформ» Башҡортостанда 2024 йылда балалы ғаиләләргә ярҙам саралары тураһында белешмә баҫтырып сығарҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-07/v-bashkirii-predlagayut-uvelichit-posobie-dlya-semeynyh-studentov-s-detmi-3633420

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: