
2025 йылдың 1 сентябренән республикала тарих фәненә «Тыуған яғыбыҙ тарихы. Башҡортостан» тигән курс индерелә. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет ултырышында республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин ошо хаҡта хәбәр итте.
«Хәҙер был бик мөһим, — тип белдерҙе ул. — Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының авторҙар коллективы һайлап алынған. 1 апрелгә тиклем «Тыуған яҡ тарихы. Башҡортостан» курсы буйынса дәреслектең ҡулъяҙмаһын күрһәтергә тейешбеҙ. Был курсты 2025 йылдың 1 сентябренән индереү күҙаллана».
Яңы фәнде бишенсе-етенсе класс уҡыусылары өйрәнә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Башинформ»ға республиканың Мәғариф министрлығында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.