

Өфөлә Рәсәйҙең почётлы донорҙары билдәләнде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күп тапҡыр ҡан биргән өсөн 27 кешегә күкрәккә тағыла торған билдә һәм танытма тапшырылды.
Башҡортостанда 12 меңгә яҡын кеше «Рәсәйҙең почётлы доноры» исеменә эйә. Уларҙың һәр береһе — 40 тапҡырҙан ашыу ҡан, 60 тапҡыр плазма биргән.
«Һеҙ — геройҙар. Тап һеҙ ҡаһарманлыҡ ҡылаһығыҙ, ғүмерҙәрҙе ҡотҡараһығыҙ. Ә кешеләргә ғүмер бүләк итеү — баһалап бөткөһөҙ», — тип билдәләне Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов.
Башҡортостанда йыл һайын 500-ҙән ашыу донорға «Рәсәйҙең почётлы доноры» федераль наградаһы тапшырыла. Бер йылда республикала 75 меңгә яҡын донация үткәрелә. Ҡайһы бер донорҙар бер нисә тапҡыр ҡан тапшыра, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.