

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү һәм республиканың тораҡ пункттарында тормошто яҡшыртҡан проекттар тураһында яҙып сыҡты. Республика етәксеһе Федоровка районы бизнесмены Дамир Шәриповты миҫалға килтерҙе.
«2023 йылда Бала Сытырман ауылында йәш егет Дамир Шәрипов автозаправка асты. Бәләкәй ауыл өсөн мөһим ваҡиға. Яҡындағы яғыулыҡ ҡойоу станцияһы 25 саҡрым алыҫлыҡта, район үҙәгендә урынлашҡан булған. Хәҙер Бала Сытырманда ла модулле автозаправка бар. Бында — АИ-92 маркалы бензин һәм дизель яғыулығы менән ике колонка. Ике яңы эш урыны барлыҡҡа килде. Эшҡыуар заправка төҙөү идеяһын дәүләт ярҙамы менән ғәмәлгә ашырҙы. Башҡортостанда юл яны сервисын үҫтереү — өҫтөнлөклө йүнәлештәребеҙҙең береһе, ошондай башланғыстарға һәр саҡ ҙур иғтибар бүләбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Билдәле булыуынса, Дамир Шәрипов үҙенең проекты менән 2022 йылдың ғинуарында район хакимиәтендәге эшҡыуарлыҡ сәғәтендә таныштырған. Шунан һуң уға ер участкаһы алырға һәм инженер селтәрҙәрен үткәрергә ярҙам иткәндәр. Киләсәктә тағы ла бер нисә АЗС асыу ниәте бар.
«Дамирға һәм үҙ маҡсатына ынтылған барлыҡ эшҡыуарҙарға уңыштар теләйем! Эште ниҙән башларға йәки бизнесты үҫтереү өсөн ярҙам саралары тураһында белмәйһегеҙ икән, investrb.ru порталы һәм беҙҙең бизнес-шерифтар командаһы ярҙамға килер», — тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.
Бынан алдараҡ республика эшҡыуары ташландыҡ фермалар һатып алған һәм үҙ хужалығын асҡан.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.