Радий Хәбиров бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикаға ялға ҡайтҡан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙәрен Шайморатов миҙалы менән бүләкләне.
«Хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәгеҙ. Республикабыҙ исеменән һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, иҫән-һау ҡайтығыҙ», - тине Башҡортостан Башлығы.