09:14 (UTC+5), 02 Февраля 2024

Өфөлә махсус хәрби операция яугире Альфред Усмановтың хәтере мәңгеләштерелде

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте
Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Альфред Усмановтың хәтере мәңгеләштерелде. Ошо көндәрҙә баш ҡаланың 35-се белем биреү үҙәгендә мемориаль таҡтаташ һәм «Герой партаһы»н асыу тантанаһы үтте.

Альфред Усмановтың дуҫтары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, педагогтар, уҡыусылар уны хөрмәтләп иҫкә алырға йыйылды. Сарала Өфө вице-мэры Гөлләриә Ялсыҡаева, Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов һәм Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алена Одинцова ҡатнашты.

«Яугирҙең тормош юлы хәрби хеҙмәт менән айырылғыһыҙ бәйле ине. Альфред Рәүеф улы контракт буйынса хеҙмәт итте, Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. Махсус операция башланғас та, ысын ир-егет булараҡ, «Барс» ирекле отряды сафына баҫты. Яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк булды, хәрби бурысын намыҫ менән үтәне, илебеҙ һәм халҡыбыҙ именлеге хаҡына ғүмерен ҡорбан итте», — тип билдәләне Олег Котов.

Сарала батыр ул үҫтергән әсәгә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Мемориаль таҡтаташты асҡан саҡта яугир тураһында яҡты хәтирәләр яңғыраны.

«Альфред спорт менән шөғөлләнергә яратты. Мартта улымдың үлеменә бер йыл тула. Был беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Улым менән ғорурланам, ул күгебеҙ аяҙ булһын өсөн йәнен фиҙа ҡылды. Иҫтәлекле таҡтаташтың уның тыуған мәктәбендә асылыуы минең өсөн бик мөһим», — тине Альфредтың әсәһе Луиза Усманова.

Альфред Усманов фиҙакәрлеге һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй президенты Владимир Путин Указы менән Батырлыҡ ордены һәм «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-02-02/v-ufe-uvekovechili-pamyat-voina-svo-alfreda-usmanova-3627467

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика