Йома һәм ял көндәрендә Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан талғын. Был хаҡта республиканың гидрометеорология үҙәге хәбәр итә.
Бөгөн, 2 февралдә, һауа температураһы көндөҙ -3, -8°, ә төндә -10°. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.
Шәмбе, 3 февралдә, -5, -9° тиклем һыуыта (аяҙытҡанда -14°), йәкшәмбелә һауа торошо көндөҙ -3, -8°, төндә -8, -13° кимәлендә һаҡлана.