Башҡортостанда 11-13 апрелдә яҙғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы, шулай уҡ «Төҙөкләндереү. Инженер системалары» һәм «УралСтройИндустрия» күргәҙмәләре ойошторола. Был хаҡта республика хөкүмәте хәбәр итә.
Төп майҙансыҡ — баш ҡаланың «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексы. Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы 15 тармаҡ түңәрәк өҫтәле һәм осрашыу көтә, унда 100-ҙән ашыу спикер һәм 1,4 мең делегат ҡатнаша. Форумда проектлау һәм төҙөлөш өсөн TIM-технологиялар һәм ҡарарҙар, ҡала һәм йорт яны территорияларын төҙөкләндереүҙең иң яҡшы практикалары тураһында фекер алышыу була.
Бынан тыш, бында студенттарҙың «Заманса шарттарҙа төҙөлөш һәм биләмәне төҙөкләндереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы, төҙөлөш һәм архитектура өлкәһендә студенттар эштәре конкурсы үткәрелә.
Бынан алдараҡ Урал аръяғында эшкә урынлашыу һәм һөнәри йүнәлеш биреү форумын уҙғарыу тураһында билдәле булды.