12:36 (UTC+5), 01 Февраля 2024

Рәсәйҙең Оборона министрлығы 2023 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса йомғаҡ яһаны

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков
Эдуард Ҡусҡарбәков

Илдең Оборона министрлығы 2023 йылға йомғаҡ яһап, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларының нисек бойомға ашырылыуы хаҡында һөйләне.

Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр миллион ярым кеше хәрби хеҙмәт үтергә ғариза биргән. Уларҙың 490 меңе үҙ теләге менән контракт төҙөгән. Махсус операция барышында 320 мең хәрби дәүләт наградалары менән билдәләнгән, 272 кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған.  Республикабыҙҙан ете ир-егет — өлкән лейтенант Степан Белов, гвардия майоры Борис Дудко, подполковник Денис Чернавин ошо юғары исемгә лайыҡ булған, ә десантсылар взводы командиры, старшина Алмаз Сафин, танкист, өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллин, разведчик, өлкән лейтенант Максим Серафимов һәм прапорщик Тамерлан Илһамов үлгәндән һуң бүләкләнгән.

56 мең яугирҙең ғаиләһенә торлаҡ бирелгән. Торлаҡ һатып алыуға һәм төҙөүгә субсидия рәүешендә 73 миллиард һум бүленгән.

Тулыраҡ мәғлүмәт — Рәсәйҙең Оборона министрлығы карточкаларында.

1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика