


Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан баш ҡала мэры популяр йырсы Гүзәл Уразова башҡарыуында «Өфө йүкәләре» йырын тәҡдим итте.
«Ҙур рәхмәт, Гүзәл Асҡар ҡыҙы! Шәп бүләк. Яратҡан йырыбыҙ яңыса яңғыраны», — тип яҙҙы Ратмир Мәүлиев.
Өфө мэры башҡаларға ла Рим Хәсәновтың Назар Нәжми шиғырына ижад иткән легендар йырын башҡарып, #Өфөйүкәләре хештегы менән социаль селтәргә һалырға тәҡдим итте.
«Өфө йүкәләре» — күптәрҙең яратҡан йыры, Өфөнөң гимны тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Өфө мэры Ратмир Рәфил улы, был йырҙы Гүзәл һин башҡарһаң, бик яҡшы булыр ине, тигән теләк белдергәс, бик теләп башҡарҙым. Һеҙгә оҡшар тип уйлайым. Бөгөндән барлыҡ музыкаль майҙандарҙа!», — тип хәбәр итте Гүзәл Уразова.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.