09:38 (UTC+5), 01 Февраля 2024

Башҡортостандан тағы бер депутат махсус хәрби операцияға юллана

Фото: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының тағы бер депутаты Яков Кугубаев үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Бынан алдараҡ Башҡортостан парламенты депутаты Алексей Локотченко махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итергә теләк белдерҙе, тип хәбәр иткәйне «Башинформ»мәғлүмәт агентлығы.

Ир-егеттәрҙең был аҙымы ғорурлыҡ тойғоһо уята, тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

«Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон һәм балаларыбыҙҙың киләсәген яҡларға ҡарар иткәнегеҙ хөрмәт итәбеҙ. Был, һис шикһеҙ, ысын илһөйәрҙәрҙең ысын ир-егеттәрсә аҙымы. Һеҙгә армия тормошоноң бөтә ауырлыҡтарын һәм һынауҙарын үтеп, тиҙ арала нацистарҙы еңеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙ теләйбеҙ. Һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең ярҙамға иҫәп тота алаһығыҙ», — тине Константин Толкачев.

Депутаттар менән бергә уларҙың ярҙамсылары ла үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юллана. Башҡортостан парламентында билдәләүҙәренсә, Алексей Локотченко һәм Яков Кугубаев гуманитар ылау менән бер нисә тапҡыр Донбасҡа барып ҡайтты, фронт янындағы биләмәләрҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Шунан һуң улар махсус хәрби операцияның бурыстарын үтәгән яҡташтары менән Тыуған илебеҙгә хеҙмәт итергә тигән ҡарарға килде.

Әле улар хәрби әҙерлек үтеү урынында. Февраль башында махсус операция биләмәһенә йыйыналар.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-02-01/eschyo-odin-deputat-bashkirii-prinyal-reshenie-uyti-dobrovoltsem-v-zonu-svo-3625169

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика