Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль , 15:25

Мәсетле районында бер йортҡа ҡоралай эйәләшкән

видеонан скриншот
Фото:видеонан скриншот

Мәсетле районының Түбәнге Бобино ауылындағы бер өйгә урман ҡунағы эйәләшкән. Хужа бер нисә тапҡыр һыйыр аҙбарында ҡоралайҙы күргән, тип хәбәр итте республика Экология Министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғазина. Ул ауылға аҙыҡ эҙләп килгәндер, моғайын.

Ә был юлы малҡай кешеләрҙән ҡурҡып ҡасҡан.

«Ниңә ҡурҡаһың? Бында йәшәйһең бит», - ти хужа.

«Ҡарале, рәхәт урын тапҡан бит! Маруся, күҙ алдына килтерәһеңме, Вова ағайыңдың үҙенең ҡоралайы бар», - ти кадр артында видео авторы, һунар инспекторы Ришат Кәримов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-01/k-zhitelyu-bashkirii-povadilas-zaglyadyvat-v-gosti-kosulya-3625476

Читайте нас: