Блогер Рөстәм Нәбиев Башҡортостан Башлығы менән осрашыуҙа Радий Хәбировҡа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. 2024 йыл республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителде, тематик йылда ошо социаль өлкә вәкилдәрен ниндәй үҙгәрештәр көтә, тигән һорау бирҙе ул.
«Беренсенән, йыл дауамында төрлө сәбәптәр арҡаһында һаулығы ҡаҡшаған кешеләр тураһында һөйләрбеҙ. Улар беҙҙең эргәлә, ҡайһы саҡта беҙ уларҙы күрмәйбеҙ ҙә. Алдыбыҙҙа бер йылда хәл итеп булмаған бурыстар тора, ләкин тап быйыл уларҙы хәл итеү өсөн этәргес бирербеҙ, — тип һөйләне Радий Хәбиров. — Беҙ инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыу менән шөғөлләнербеҙ. Былар ябай ҡарарҙар. Мәҫәлән, беҙҙә пандустар булмаған подъездар байтаҡ. Подъездарҙы ремонтлағанда тап ошо маҡсатҡа аҡса бүлеү тураһында һөйләшеп килештек. Шулай уҡ ҡыҙыҡлы саралар үткәрергә йыйынабыҙ, мәҫәлән, насар ишеткән балалар араһында йыр конкурсы. Беҙҙең төп бурыс — яныбыҙҙағы шундай кешеләргә иғтибар йәлеп итеү».
Мин һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү менән бәйле мәсьәләләрҙе көйләүгә ҡағылышлы закондарҙы анализларға ҡуштым, тип өҫтәне республика етәксеһе.