Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2024, 10:57

Башҡортостан Башлығы блогерҙар менән осрашыуҙы даими үткәрергә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров блогерҙар менән аралашандан һуң бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә тәҡдим итте.

«Һеҙҙең менән ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды. Әгәр ҡаршы булмаһағыҙ, бындай осрашыуҙарҙы даими ойошторорбоҙ. Бөгөн нимә тураһында һөйләшеп килештек, барыһын да яҙып алдыҡ. Тормошҡа ашырырбыҙ. Һәммәгеҙгә лә уңыштар теләйем һәм осрашыу өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы осрашыуҙың бик файҙалы булыуын әйтте: «Беҙ күберәк социаль, мәҙәни өлкәне үҫтереү тураһында һөйләштек. Иң мөһиме, был берләшмәнең төрлө кимәлдә барған процестарҙы тәрәнерәк аңларға мөмкинлек бирәсәген аңлайым».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Йәшлек House» майҙансығында республика блогерҙары менән осрашты. Республика етәксеһе менән осрашыуға популяр блогтар алып барған авторҙар килде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-30/glava-bashkirii-predlozhil-sdelat-vstrechi-s-blogerami-regulyarnymi-3623509

Автор: Анастасия Другова
Читайте нас