09:14 (UTC+5), 30 Января 2024

Рәсәйҙә махсус хәрби операцияға ебәрелгән техниканы теркәү өсөн дәүләт пошлинаһы бөтөрөлә

Фото: Валерий Шахов
Кира Миронова

Дәүләт Думаһына махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған техниканы теркәү өсөн дәүләт пошлинаһын бөтөрөү йәһәтенән Һалым кодексына төҙәтмәләр индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекты тәҡдим ителде.

Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Турчак үҙенең телеграм-каналында яҙыуынса, һүҙ яугирҙәрҙә тапшырылған автомобилдәр, бәләкәй суднолар һәм башҡа транспорт саралары хаҡында бара. Әлеге ваҡытта бындай техниканы иҫәпкә ҡуйыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк.

Һалым кодексына төҙәтмәләр көсөнә ингәс, ошондай транспортты бушлай иҫәпкә ҡуйырға мөмкин. Был дәүләт номерҙарын, ПТС, милеккә хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ һәм башҡа бер нисә документтарҙы теркәүгә, биреүгә ҡағыла.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикабыҙҙан махсус хәрби операция биләмәһенә 108-се гуманитар ылауҙың юлға сығыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-01-30/v-rossii-otmenyat-gosposhlinu-za-registratsiyu-tehniki-peredannoy-na-svo-3622610

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика