11:29 (UTC+5), 30 Января 2024

Махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Рәсәй президенты Владимир Путин үҙенең указы менән «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры, подполковник Андрей Мигуновҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен бирҙе. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Андрей Павлович Мигунов көслө, ҡыйыу кеше ине, ул үҙ бурысына ахырынаса тоғро ҡалды. Ул үҙенең  һуңғы алышында ҡатнашмаһа ла була ине. Әммә үҙе ҡарар ҡабул итеп, танк менән беҙҙең полк баҫып алған сиктәрҙе ҡаплай һәм дошманға беҙҙең позицияларҙы биләргә мөмкинлек бирмәй. Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, хәрби бурысын үтәй. Башҡортостандың батыр улына, ысын офицерға мәңгелек дан», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Андрей Мигунов 2023 йылдың 17 майында Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, «Башҡортостан» полкы составында махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Алыштарҙың береһендә офицер батырҙарса һәләк булды. Андрей Павловичты Ғафури районының Красноусол ауылында ерләнеләр, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-01-30/pavshemu-v-zone-svo-kombatu-iz-bashkirii-posmertno-prisvoeno-zvanie-geroya-rossii-3623019

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика