

Өфөлә Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы уңайынан, шулай уҡ «Етегән» республика башҡорт байрамы – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этабы уҙҙы.
Унда Архангел, Ауырғазы, Өфө, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарынан, шулай уҡ Өфөнән йәмғеһе 14 ғаилә ҡатнашты.
«Ғаилә ижады»номинацияһында – Өфөнән Шәһәрғазиндар, «Ғаилә кәсебе»ндә – баш ҡалабыҙҙан Асаиновтар, «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре»ндә иһә Дәүләкән районынан Ғәлимовтар ғаиләһе еңеү яуланы.
Еңеүселәр конкурстың республика этабында сығыш яһай. Башҡортостан ғаиләләре башҡа конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, аҙна башында Стәрлетамаҡ районының Рощинский ҡасабаһынан Әхмәровтар ғаиләһе – «Йыл ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре һәм «Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурсы ҡатнашыусылары Рәсәй президенты менән осрашты. Владимир Путин улар менән аралашҡанда Башҡортостанды яратыуын белдерҙе.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.