06:24 (UTC+5), 25 Января 2024

Нуриман районында туристар өсөн СПА-үҙәк һәм арҡан  паркы төҙөлә

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге бизнес менән аралашыу төркөмө
Роман Якимчук

Яҡшы ял бик мөһим! Башҡортостандың Нуриман районында эшләгән «Голди Кей» компаниялар төркөмөнөң девизы шундай. Бында туристар өсөн глэмпинг төҙөлгән, балалар лагеры, ҡала ситендәге клуб һәм ресторан эшләй. Нуриман районының бизнес-шерифы Венера Әхийәрова Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге бизнес менән аралашыу төркөмөндә предприятие етәксеһе Рөстәм Зәйнәғетдиновтың эшмәкәрлеге һәм пландары хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, Рөстәм Зәйнәғетдиновтың «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшҡыуары» тигән маҡтаулы исеме бар.

2023 йылда предприятие «Туристик инфраструктураны үҫтереү» федераль проекты конкурсы сиктәрендә субсидия алды. 2024 йылда эшҡыуарҙар грант аҡсаһына һәм 41 миллион һумға СПА-үҙәк, арҡан паркы һәм йылы бассейндар төҙөлөшөн тамамларға, шулай уҡ туристар өсөн 10 йорттан глэмпинг асырға йыйына.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-25/v-nurimanovskom-rayone-bashkirii-dlya-turistov-stroyat-spa-tsentr-i-verevochnyy-park-3616577

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика