Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2024, 15:01

Ир йәки ҡатындың береһенең енесен үҙгәртеүе никахты тарҡатыу өсөн нигеҙ булып тора

Кесаҙна Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа документ беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Никахты өҙөү өсөн нигеҙҙәр исемлеген киңәйтергә тәҡдим иткән «Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, закон проектын Дәүләт Йыйылышының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты әҙерләгән. Ул конституция тарафынан бирелгән хоҡуҡтарҙы, йәмғиәттең әхлаҡи һәм ғаилә нигеҙҙәрен яҡлауға йүнәлтелгән.

Тәҡдим ителгән төҙәтмәләр Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексына индерелгән һуңғы үҙгәрештәр менән бәйле, тип билдәләне комитет рәйесе Салауат Харасов.

– Федераль законға ярашлы, гражданлыҡ торошо актына ир йәки ҡатындың береһенең енесен үҙгәртеүе тураһында яҙыуы никахты өҙөү өсөн нигеҙ булып тора, – тине депутат. – Енесен үҙгәрткән кешеләргә балаларҙы уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу, шулай уҡ уларҙың опекундары булыу тыйыла.

Бынан тыш, икенсе тормош иптәшенән (элекке тормош иптәшенән) суд тәртибендә алимент түләтеүҙе талап итеү хоҡуғы тураһында положениеларға үҙгәрештәр индерелде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-25/smena-pola-odnim-iz-suprugov-stanet-osnovaniem-dlya-rastorzheniya-braka-3617177

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас