11:50 (UTC+5), 25 Января 2024

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙе Рәсәй студенттары көнө менән ҡотланы

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
Галина Бахшиева

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙе Рәсәй студенттары көнө һәм Татьяна көнө менән ҡотланы.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, студент йылдары — яңы офоҡтар эҙләү һәм асыу өсөн һоҡланғыс мәл.

«Һеҙҙең идеяларығыҙ, энергияғыҙ, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ынтылыуығыҙ артабан үҫешергә булышлыҡ итә»,—  тип белдерҙе республика етәксеһе.

Бөгөн республика вуздарында Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 100 меңдән ашыу студент уҡый. Йәштәр фәнни тикшеренеүҙәрҙә һәм инновация проекттары әҙерләүҙә, ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, үҙ стартаптарын,  проекттарын уңышлы тормошҡа ашыра, гранттарға лайыҡ була, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеү яулай.

«Фән һәм университеттар» милли проекты үҙ-үҙеңде күрһәтеү һәм таланттарҙы үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр бирә. Тиҙҙән Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы ишектәрен аса», — тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың өс юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк 2030» программаһында ҡатнаша. Өфө фән һәм технологиялар университетында алдынғы «Киләсәк моторҙары» инженер мәктәбе эшләй. Урындағы юғары уҡыу йорттары «Университет технологик эшҡыуарлығы платформаһы» федераль проектында әүҙем ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-25/glava-bashkirii-pozdravil-molodezh-s-dnyom-rossiyskogo-studenchestva-3616586

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика