Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ - 10, -15 градус.
Кесаҙна, 25 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә - 15, -20 градус, аяҙытҡанда -25 градусҡа тиклем. Көндөҙ -9, -14 градус.
Йома, 26 ғинуарҙа, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә - 15, -20 градус, аяҙытҡанда -25 градусҡа тиклем. Көндөҙ -9, -14.