Почтальондар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Ленинград ҡамауын өҙөүгә 80 йыл тулыу уңайынан Рәсәй Президентының шәхси ҡотлауҙарын тапшыра, тип хәбәр иттеләр республиканың Федераль почта элемтәһе идаралығынан.
Башҡортостанда «Ленинградты обороналаған өсөн» йәки «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһенә лайыҡ булған 59 яҡташыбыҙға ошондай ҡотлау хаттары килергә тейеш. Хаттар адресаттарҙың шәхсән үҙҙәренә тапшырыла. 27 ғинуарға тиклем Рәсәйҙә почтальондар дәүләт башлығының 60 меңгә яҡын шәхси ҡотлауын тарата.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 2023 йылдың 1 декабренән блокадалы Ленинградта йәшәүселәрҙең алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа бушлай йөрөү хоҡуғы бар. Был бөтә поездарға, шул иҫәптән «Сапсан»ға ла ҡағыла.