14:05 (UTC+5), 23 Января 2024

Беҙ берләшергә тейешбеҙ: Башҡортостанда Радий Хәбировты яҡлап флешмоб башланды

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда йәшәүселәр социаль селтәрҙә «Мин Радий Хәбиров менән» тигән флешмоб башланы. Бындай тәҡдим менән журналист, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, прозаик һәм шағир Мөнир Ҡунафин сығыш яһаны. «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә ул ни өсөн әлеге ваҡытта республика эсендәге хәлде ҡаҡшатырға ярамауы хаҡында уйҙары менән уртаҡлаша.

«Рәсәй биш тиҫтәнән ашыу ил берләшмәһе менән һуғыш алып барғанда, үҙ йортобоҙ эсендә ғауғалашып ятыу – оло гонаһ. Ил менән ҡара көн дә байрам булыр, ти башҡорт мәҡәле. Бөгөн ысын мәғәнәһендә яу барған мәлдә халыҡ, икеләнеү-шикләнеүҙәр кәртәһен емереп, дөрөҫ юлға төштө, берләште, егеттәребеҙ яу ҡырында ҡаһармандарса һуғышһа, бында тыуған ерҙәребеҙ ҡырында, ҡул, йөрәк йылыларын һалып, һәр кем яугирҙәребеҙ, илебеҙ иңенә иңен терәй.

Осҡон сығарыр өсөн саҡматаштың булыуы шарт. Нимә менән һуҡһаң да, ҡомташ осҡон сәсрәтмәйәсәк. Уйланайыҡ был хаҡта! Көсөргәнешле мәлдәрҙә лә көслө рухы һынманы, аныҡ ҡарашы буталманы Башлыҡтың. Ниндәй генә болғаныштар кисерһәк тә, ниндәй генә буталсыҡ уйҙарҙан уйылһаҡ та, бөгөн беҙгә Башлығыбыҙ Радий Хәбиров янына тупланырға кәрәк. Минең холҡомда һис ҡасан ярамһаҡланыу, ялағайланыу кеүек сифат булманы, булмаясаҡ та. Оҙаҡ уйланған, булған ваҡиғаларҙы күңел-зиһен иләгенән үткәргәндән һуң, әйтер һүҙемде шулай тип белдерәм: илебеҙҙе лә, телебеҙҙе лә, халҡыбыҙҙы ла, илемде яҡлайым тип яуға баҫҡан батырҙарыбыҙҙы ла, бында оран һалып “аҙашҡан” аҫыл улдарыбыҙҙы һаҡлайыҡ тиһәк, Башлыҡтың фиҙаҡәр хеҙмәтенә, зирәк аҡылына ышанайыҡ, уның янына тупланайыҡ, Радий Фәрит улы менән бергә Башҡортостаныбыҙҙың яҡты киләсәгенә барайыҡ. Ҡасан үҙебеҙҙең башҡорт дилбегәне ҡулға алыр икән тип, уның Мәскәүҙән ҡайтыуын көтөп алдыҡ түгелме һуң?! Етәксенең халыҡҡа булған таҙа мөхәббәтен, кешеләргә булған ихлас мөнәсәбәтен күреп, ҡайһы берәүҙәр шашып та киткән кеүек булып китә ҡай саҡ. Атаһының мыйығы менән уйнаған бала, һуңынан илай торған, ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарайыҡ республика Башлығына, уның янында бар тармаҡта ла Еңеү байраҡтарын болғайыҡ!» - тип яҙҙы Мөнир Ҡунафин.

Журналист үҙенең яҙмаһына #МинРадийХабировМенән, #БерҙәмБашҡортостан, #ЯZаРадияХабирова, #ZаЕдиныйБашкортостан хештегтарын ҡуйған. Башҡа интернет-ҡулланыусылар ҙа уның идеяһын хуплап, флешмоб башлаған.

«Кисә «Бәйләнештә»ге сәхифәмдә республикабыҙҙа булған һуңғы хәл-ваҡиғаларға бәйле «Мин Хәбиров менән», «Берҙәм Башҡортостан өсөн» тигән флешмоб башланым. Шуныһы ҡыуаныслы: күптәр әлеге акцияны күтәреп алды: ябай халыҡ, фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Был иһә тағы ла бер тапҡыр Башлыҡ һәм уның командаһы һайлаған курстың дөрөҫ булыуын иҫбатлай», - тип һөйләне Мөнир Ҡунафин «Башинформ» агентлығына.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-23/my-dolzhny-ob-edinitsya-v-bashkirii-zapustili-fleshmob-v-podderzhku-radiya-habirova-3613799

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика