

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Матбуғат йортон ремонтларға ҡушты. Был турала ул Матбуғат йортонда журналистар менән осрашыуҙа хәбәр итте.
«Күптән өлгөрөп еткән мөһим ҡарарҙарҙың береһе, — Матбуғат йортон ремонтлайбыҙ. Тейешле йөкләмә бирҙем. Типографияны артабан үҫтереү мәсьәләһе бар — киләһе «Инвестиция сәғәте»ндә ошо хаҡта һөйләшербеҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.
Республика етәксеһе журналистарға «еңел булмаған, әммә бик мөһим эш — халыҡҡа республикала һәм илдә барған ваҡиғалар тураһында ғәҙел мәғлүмәт еткергән» өсөн рәхмәт әйтте.
«Был телефонға кассеталы бомба ярсығы эләккән. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Бәйтулла Фәтҡуллиндыҡы ул. Бәйтулланың ҡулы яраланған. Әле ул госпиталдә дауалана, яуға ынтыла, — тип хәбәр итте Радий Хәбиров. — Бөгөн журналистарыбыҙ Ватанды һаҡлай. Берәүҙәр ҡулдарына ҡорал тотоп, алғы һыҙыҡта һуғыша. Башҡалар, хәрби хәбәрселәр һәм бындағылар махсус хәрби операция тураһында дөрөҫөн һөйләй, мәғлүмәт һуғышында оборона тота».


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.