08:34 (UTC+5), 22 Января 2024

Республиканың көньяғында медицина кадрҙарын әҙерләй башлайҙар

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Хәйбулла районының Аҡъяр тау колледжы етәкселеге яңы уҡыу йүнәлешен асыу һәм медицина кадрҙары әҙерләү тәҡдиме менән сыҡты. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

«Көслө колледж. Улар уҡытыусылар менән тәьмин итер. Унда медицина учреждениелары бар. Әйҙәгеҙ, унда фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтарын әҙерләү, йәғни медицина бүлексәһен асайыҡ. Нефтекамала һәм Мәсәғүттәге кеүек», - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе фекеренсә, был Башҡортостандың көньяғын һәм күрше төбәктәрҙе медицина кадрҙары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирергә тейеш.

Тәүге студенттарҙы 2025 йылда ҡабул итеү планлаштырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың сентябрендә Нефтекамала Бөрө медицина-фармацевтика колледжының филиалы асылды, ә 2023 йылдың февралендә Мәсәғүттә Өфө медицина колледжының филиалы эшләй башланы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-22/na-yuge-bashkirii-budut-gotovit-meditsinskie-kadry-3612249

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика