

Ҡыйғы районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәнә берәүгә кәмене. 97-се йәшендә Ғәбделәхәт Ғилметдиновтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко хәбәр итте.
Ғәбделәхәт Ғәләлетдин улы 1927 йылда Вәкийәр ауылында тыуған. 1944 йылдың февралендә армияға алынған. Ул айырыуса мөһим объекттарҙы һаҡлаған. Һуғыш ваҡытында емерелгән хужалыҡты тергеҙеүҙә ҡатнашҡан. 1951 йылдың ғинуарында тыуған ауылына ҡайтҡан, Чкалов исемендәге колхозда эшләгән. «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Ветеран менән бәхилләшеү иртәгә, 23 ғинуарҙа, уның тыуған ауылы Вәкийәрҙә була.
«Ғәбделәхәт Ғәләлетдин улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Уның яҡты донъянан китеүе – бөтәбеҙ өсөн дә ауыр юғалтыу. Мәңгелек хәтер һәм дан!» - тип яҙҙы Ҡыйғы районы башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Әлшәй районында 103 йәшлек ветеран Петр Стрельцовтың баҡыйлыҡҡа күсеүе билдәле булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.